Ҡышҡы сезон асылды... 4 ноябрь Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогының I этабы үтте. Тап бына шундай матур байрам көнө милли йәйәнән уҡ атыуҙың ҡышҡы сезонын асыу өсөн Башҡортостандың иң көслө уҡсыларын берләштерҙе. Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса 18 метрҙан атыш бара. Тәүҙә квалификация этабы үтә. Унда 3 уҡ менән 20 серия аталар. Ә артабан иң күп мәрәй йыйған 8 уҡсы финал этаптарында (сирек-финал, ярым-финал, финал) мәргәнлектәрен һынайҙар. Йәй буйы киң яландарҙа алыҫ дистанцияларға атып йөрөгән уҡсылар тир эсендә 18 метрҙан тәүге тапҡыр ярышыуҙарына ҡарамаҫтан ярыш бик ҡыҙыу ғына барҙы. Баймаҡ уҡсылары яҡшы ғына сығыш яһап призлы урындар яуланылар. Ир-егеттәр араһында Үрге Яйыҡбай ауылынан Ғәфүр Рахманғолов 🥇 урын яулаһа, Ниғәмәт ауылынан Азат Файзуллин 🥉 урынды эләктерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Үрге Яйыҡбай ауылынан Гөлгөнә Ҡолһарина 🥇 урын яулап ҡыуандырҙы. Шулай уҡ Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Фәнүзә Мырҙағәлина 4 урынға сыҡты Ярыш аҙағында "Орхидея" магазинының хужаһы Илдус Ибраһимов махсус бүләк ҡуйҙы. Башлыҡты отоп алыу өсөн балдаҡҡа уҡ атып эләктереү бурысы булды. Бер нисә уҡ атҡандан һуң иң оло уҡсы 73 йәшлек Хөрмәт Баһаутдинов еңеүсе тип танылды. Ярышты ойоштороусы Хөрмәт ағай Таһировҡа, самауыр ҡойоп тәмле сәйҙәр менән һыйлаусы Рита апай Ҡоланбаеваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ятып ҡалғансы-атып ҡал!!! Ғәфүр Рахманғолов.