Көҙгө матур көндә - әбейҙәр сыуағында күп йылдар урман хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан инәй-апайҙарыбыҙҙы, үҙебеҙҙең йәмле хозур Йылайыр буйына "Йәшлегемә
ҡайтам әле" тигән осрашыуға саҡырып алдыҡ. Инәй-апайҙарыбыҙ элекке гөрләп торған Баймаҡ леспромхозында эшләгән осорҙарын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр, эштең ней тиклем ауыр булыуын, 16-17 йәштән генә таҡта ярыу цехында икешәр, өсәр смена эшләүҙәрен һөйләп, хәтирәләргә бирелде. Һуңынан төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, уйнап-көлөп, тәмле ҡарағатлы сәй эсеп, тағы ла күрешергә һөйләшеп ҡайттылар. Аллаһ бирһә, һау булып. йыл һайын күрешергә яҙһын, икенсе йыл күберәк ҡыҙҙар килер, тип ышанабыҙ. Был сараның бағымсыһы әле генә ауыл хакимиәте башлығы булып эш башлаған Динар Радик улы Иҙелбаев булды. Һеҙгә ауыр эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Берҙәмлектә - көс, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Зәбирә Халиҡова,
Ишбирҙе ауылы клубының мәҙәни саралр ойоштороусыһы.