Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Сентябрь 2023, 11:10

Афарин, Алһыу Илгиз ҡыҙы!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Аҡморон ауылының 62 йәшлек Алһыу Байегетованың сәләмәт тормош алып барыуы хаҡында яҡшы беләбеҙ. Күптән инде ул төрлө марафондарҙа әүҙем ҡатнаша һәм шуның менән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында уҙған туғыҙынсы халыҡ-ара марафонда ла ҡатнашып, беҙҙе уңышы менән ҡыуандырҙы. 42 километрҙы йүгереп үтеп ул беренсе урынды яуланы. Алһыу Илгиз ҡыҙын ҙур еңеүе менән ҡотлап, тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ.

Афарин, Алһыу Илгиз ҡыҙы!
Афарин, Алһыу Илгиз ҡыҙы!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: