Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Август 2023, 14:52

Көрәй батыр иҫтәлегенә

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында бик матур тәбиғәт ҡосағында Көрәй батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу турниры үтте. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған ярышҡа Башҡортостан республикаһының төрлө район, ҡалаларынан бөтәһе 40-лап ҡатнашыусы килде. Тәү башлап уҡ атып ярышырға килеүселәрҙең күренеүе бик ҡыуаныслы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында бик матур тәбиғәт ҡосағында Көрәй батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу турниры үтте. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған ярышҡа Башҡортостан республикаһының төрлө район, ҡалаларынан бөтәһе 40-лап ҡатнашыусы килде. Тәү башлап уҡ атып ярышырға килеүселәрҙең күренеүе бик ҡыуаныслы.
Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса шәхси һәм команда беренселеге ойошторолдо. Шәхси беренселектә Рәсәй чемпионатында, шулай уҡ халыҡ-ара турнирҙарында йыш осрай торған 18 метрҙан алып 145 метрға тиклемге 7 этап ҡуйылды. Ошо этаптарҙың һөҙөмтәләре буйынса иң күп мәрәй йыйыусы 4 уҡсы ярым-финалға үтә һәм 40 метрҙа урынлашҡан 50 см-лыҡ сәпкә атып көс һынашалар. Бик көсөргәнешле алыштарҙан һуң беҙҙең еңеүселәр билдәләнде.
Ир-егеттәр араһында:
🥇 Юлбердин Дим (Бөрйән районы);
🥈 Өмөтбаев Тимур (Баймаҡ районы);
🥉 Иҫәнбаев Нәил (Баймаҡ районы);
4. Юлбердин Динис (Бөрйән районы).

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында
🥇 Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы);
🥈 Дәүләтова Гүзәлиә (Әбйәлил районы);
🥉 Вәлеева Динә (Учалы районы);
4. Фазлетдинова Зөлфиә (Учалы районы).

Командалар араһында ярышта бөтәһе 7 команда ҡатнашты. Иң көслө команданы асыҡлау өсөн 3 этап үттеләр.
🥇Бөрйән районы;
🥈Әбйәлил районы;
🥉Учалы районы.
Бик күп маҡсус бүләктәр уйнатылды. "Бай" кооперативының тәмле ҡороттарын Учалы районынан Динә Вәлеева менән Ниғәмәт ауылынан өр яңы уҡсы Илнур Рәхимов отто. Гөлшат Әлимханова ҡуйған ҡолаҡсын Үрге Яйыҡбайҙан шәп егет Фәрхәт Йәмлихинға эләкте. "Орхидея" магазины хужаһы Илдус Ибраһимов ҡуйған кәртинкәне Бөрйәндән Илдар Ишморатов, шкатулканы Әбйәлилдән Гүзәлиә Дәүләтова еңеп алды. Яннур Аманғоловтың бүләктәренә Азат Фәйзуллин һәм Сәлимә Рахманғолова лайыҡ булды. Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәсетенең имам-хатибы Рәмил хәҙрәттең бүләген Дим Юлберҙин алып ҡыуанды. Барлыҡ еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Афариндар!!!
Ауыдаштарыбыҙға ла кереш тартып уҡ атып ҡарау өсөн айырым мөмкинселек булдырылды.
Көрәй батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу турнирын ойоштороуға ҙур өлөш индереүсе спонсорҙарыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ: Үрге Яйыҡбай ауылынан шәхси эшҡыуар Ғәйетҡолов Айҙар, донъялағы иң тәмле ҡороттар етештереүсе "Бай" компанияһы етәкселәре Гөлдәр Ишҡыуатова менән Рөстәм Әхмәтов, Икенсе Этҡол ауылынан шәхси эшҡыуар Ғүмәров Айбулат, Баймаҡ ҡалаһынан Гөлназ Мусина етәкләгән Магазин "ИГОЛОЧКА", "Ваше документы" компанияның президенты Данил Исмәғилев, "Автолидер" магазины хужаһы Венер Кейекберҙин.
Шулай уҡ тәмле аштары менән таңдан алып кискә тиклем һыйлаусы ҡатын-ҡыҙҙарға, ярыш урынын әҙерләүсе ауылдаштарға ҙур рәхмәт.
Ятып ҡалғансы-атып ҡал!

Ғәфүр Рахманғолов.

Көрәй батыр иҫтәлегенә
Көрәй батыр иҫтәлегенә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: