Спорт
31 Июль 2023, 04:20

"Ҡырыҫ уҡсы" йыйҙы дуҫтарын

Еңеү менән ҡайтты баймаҡтар! Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

29-30 июлдә Силәбе өлкәһенең иң рухлы башҡорттар районыйәшәгән  Арғаяш районында "Ҡырыҫ уҡсы" милли йәйәнән уҡ атыу турниры уҙҙы. Туғыҙбай ауылы янында урынлашҡан "Тамыр" этно-комплексы ярыш майҙаны булып торҙо. Унда Силәбе, Пермь, Свердловск өлкәләренән һәм әлбиттә Башҡортостан Республикаһынан бөтәһе һикһәнгә яҡын уҡсы ҡатнашты. Тәүге көндә квалификация менән төп этаптар булһа, ә икенсе көндә финалдар менән командалар ярышы ойошторолдо.
"Ҡайҙа ҡарама Баймаҡтар" тигән кеүек, был ярыштан да беҙҙең уҡсылар ситтә ҡалманы һәм яҡшы ғына һөҙөмтәләргә ирештеләр. Шәхси беренселектә Эльвира менән Тимур Өмөтбаевтар өсөнсө урын, ә Ғәфүр Рахманғолов беренсе урын яуланы.
Шулай уҡ 12 команда араһында Баймаҡ уҡсылары беренсе урынды бер кемгә лә бирмәне. Команда составында Айнур Йәрмөхәмәтов, Ғәфүр Рахманғолов, Тимур менән Эльвира Өмөтбаевтар булды.
Афарин!
Уңыштар тағы ла йылмайһын.
Ятып ҡалғансы - атып ҡал!

Ғәфүр Рахманғолов.

"Ҡырыҫ уҡсы" йыйҙы дуҫтарын
"Ҡырыҫ уҡсы" йыйҙы дуҫтарын
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас