+24 °С
Ямғыр


Эҫелә спорт менән шөғөлләнергә ярамаймы? Был һорауҙы биреүселәр йышая.
Был ысынлап та шулай. Эҫе көндәрҙә күптәр үҙҙәрен спортһыҙ ҙа насар тоя. Был эҫенең йөрәккә, ҡан тамырҙарына ныҡ тәьҫир итеүе менән бәйле.
Табиптар һауа температураһы 25 градустан артһа, асыҡ һауа аҫтында йүгереүҙе, шәп атлауҙы тыя. Был профессиональ кимәлдә спорт менән шөғөлләнеүселәргә ҡағылмай, әлбиттә. Әммә улар ҙа эҫелә кондиционерлы спорт залында ғына шөғөлләнеүҙе хуп күрә.
Бигерәк тә варикозы булған кешеләргә эҫелә йөрөргә кәңәш ителмәй. Ҡандың тағы ла ҡуйырып, тамырҙарға төйөлөүе бар.
Эҫелә шулай уҡ артыҡ ашамаҫҡа кәңәш ителә. Күберәк һыу эсегеҙ. Газлы эсемлектәрҙән бөтөнләйгә баш тартығыҙ.