Спорт
30 Июнь 2023, 04:15

Ғәҙел - чемпион!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ғәҙел Булатов - Әбделкәрим ауылынан. Еңел атлетика буйынса Өфө ҡалаһында уҙған Республика чемпионатында ул ышаныслы еңеү яуланы. 800 метрҙы бер тынала йүгереп үтеп, яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Был аралыҡты үтеү өсөн уға 1 минут 57 секунд талап ителә.

Бөгөн ул Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҡый, буласаҡ программист. 

Ғәҙел Булатов еңел атлектика менән күптән шөғөлләнә. Ул район, төбәк, республика һәм Бөтә Рәсәй киңлегендә уҙған ярыштарҙа ҡатнашып, күп еңеүҙәргә өлгәшкән.  Йүгереү - Ғәҙелдең яратҡан шөғөлө. Ул ниндәй һауа торошо тороуына ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә, иртә һәм кисен йүгерергә сыға. 

Афарин, Ғәҙел! Ҡотлайбыҙ! 

 

Ғәҙел - чемпион!
Ғәҙел - чемпион!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас