Спорт
27 Июнь 2023, 04:50

"Талҡаҫ мәргәне-2023" турниры үтте

Шундай шәп байрам булды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ғорур күк Ирәндек итәгендә көмөш һыулы Талҡаҫ буйында "Башҡорт" этноҡаласығы территорияһында уҡтың һауа ярып һыҙғырып осҡан тауыштарын йәнә берҙе ишетергә насип булды. Икенсе тапҡыр ойошторолған "Талҡаҫ мәргәне-2023" турнирына Баймаҡ, Өфө, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Белорет, Ейәнсура райондарынан 30-ҙан ашыу уҡсы матур тәбиғәт ҡосағында ял итергә, үҙ көсөн һанап ҡарарға килде.
Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса шәхси һәм ғаилә беренселеге булды. Шәхси беренселектә киләһе этаптар: "мәргән", "дүрткүҙ", "джамбы", "йәйләү атышы", "төрөк путаһы", "башҡорт атышы", "корея атышы". 18 метрҙан алып 145 метрға тиклемге алыҫлыҡҡа сәптәр ҡуйылды. Ә ғаилә беренселегендә 18 метрҙан алып 25 метрға тиклем бөтәһе дүрт этап: "карусель", "берҙәмлектә көс", "һөжүм", "тиҙ атыш".
Ярыш дәртен туҡтауһыҙ яуған ямғыр ҙа һүрелдермәне. Һуңғы уҡҡа тиклем күтәренке кәйефтә яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә тип тырышып атыштылар. Шулай итеп беҙҙең еңеүселәр ҙә билдәләнде.
Ир-егеттәр араһында:


1. Ғатауллин Илшат (Ниғәмәт ауылы Баймаҡ районы);
2. Ишморатов Илдар (Бөрйән районы);
3. Иҫәнбаев Нәил (Ниғәмәт ауылы Баймаҡ районы).

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1 Вәлеева Динә (Учалы районы);
2. Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы);
3. Дәүләтова Гүзәлиә (Әбйәлил районы).

Мәргән ғаилә:
1. Низаметдиновтар(Өфө ҡалаһы);
2. Юлдашбаевтар (Өфө ҡалаһы);
3. Ишморатовтар (Бөрйән районы).

Илдус Ибраһимов ҡуйған махсус бүләктәрҙе Рәис һәм Лилиә Низаметдиновтар отоп алды. Ғатауллин Илшаттың махсус бүләген Венера Юлдашбаева, ә Мырҙағәлина Фәнүзәнең бүләген Резеда Латыпова еңеп алды. Афариндар.
Ошо ярышты ойоштороуға ҙур өлөш индереүсе "Башҡорт" этноҡаласығы хужаһы Фәниә Мөхәмәтйәноваға, бағымлыҡ күрһәтеүсе "Цветочка" магазинына (Әүәлбаев Д.Д.), шәхси эшҡыуарҙар Ғүмәров Айбулат ағайға, Рахманғолов Нурғәле ағайға, көнө буйына тәмле аштары менән һыйлаусы Вәлимә Яхия ҡыҙы менән Сәғиҙә Зәйнетдин ҡыҙына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Ятып ҡалғансы-атып ҡал!!!

Ғәфүр Рахманғолов.

"Талҡаҫ мәргәне-2023" турниры үтте
"Талҡаҫ мәргәне-2023" турниры үтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас