Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Май 2023, 11:05

Эльбрус Ниғмәтуллин зарядкаға баҫтырҙы

Баһадир йылмайып: “Кемдер әле йоҡлай, ә беҙ һеҙҙең менән иртәнге күнекмәләр яһап алайыҡ. Әйткәндәй, нәҡ һеҙҙең менән күнекмәләр эшләү өсөн мин бөгөн иртәнсәк зарядка яһаманым”,-тине.

Эльбрус Ниғмәтуллин зарядкаға баҫтырҙы
Эльбрус Ниғмәтуллин зарядкаға баҫтырҙы

Бөгөн баймаҡтар Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, баһадир башҡорт Эльбрус Ниғмәтуллин менән иртәнге зарядка эшләне!

Район-ҡала буйынса үткән Һаулыҡ көнө һәр кемдең күңеленә хуш килде. Берсә шәбәйеп, берсә әкрен генә яуған ямғыр ҙа туҡтата алманы баймаҡтарҙы. Сөнки беҙ уның һәр тамсыһына ризабыҙ һәм түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ (анау тиклем йылдарға һуҙылған ҡоролоҡтан һуң!)

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев баймаҡтарҙы тәбрикләп: “Беҙ бында үҙәк майҙанда йыйылдыҡ, ауылдар ҙа иртәнге зарядканы үткәрә. Был сара беҙҙең йыл да үткән матур бер йолаға әүерелде. Ул артабан да дауам итһен. Ә беҙҙең менән булған Эльбрус Ниғмәтуллинға бигерәк тә рәхмәт!”-тине.

Баһадир йылмайып: “Кемдер әле йоҡлай, ә беҙ һеҙҙең менән иртәнге күнекмәләр яһап алайыҡ. Әйткәндәй, нәҡ һеҙҙең менән күнекмәләр эшләү өсөн мин бөгөн иртәнсәк зарядка яһаманым”,-тине.

Майҙан тулы халыҡ рәхәтләнеп күнекмәләр эшләне. Ә Эльбрус Хәмит улының уйынлы-ысынлы итеп беҙҙе дәртләндереүе бигерәк тә күңелле булды.

Артабан барыһы ла Рәсәйҙең иң көслө кешеһе менән фото төшөргә сиратҡа баҫты.

Эльбрус Ниғмәтуллин менән күнекмәләр яһап көс алған баймаҡтар йүгереү марафонына юл алды. Бөгөн һау-сәләмәт тормош яҡлы кешеләр үҙҙәрен еңел атлетикала ла һынап ҡараны.

Бына шулай, дуҫтар, ҡайһы бер ял көндәрендә иртәрәк уянып, спорт кейемен кейеп, үҙәк майҙанға юл алһаң, легендаға әүерелгән Эльбрус Ниғмәтуллин менән бергәләп зарядка эшләп алырға ла була.

Ә иң мөһиме Рәсәйҙең иң көслө кешеһе “Һаҡмар” гәзитенә генә асылып китеп, ғәләмәт шәп әңгәмә бирҙе. Уныһын инде “Һаҡмар” гәзитендә уҡырһығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Эльбрус Ниғмәтуллин менән зарядка эшләүҙең видеоһын "Һаҡмар" төркөмөндә ҡарағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: