Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2023, 14:25

Сәйәсәткә килергә уйлай

Мин спорт карьерамды тамамланым һәм туплаған тәжрибәмде йәштәр менән уртаҡлашырға теләйем...

Сәйәсәткә килергә уйлай
Сәйәсәткә килергә уйлай

Йәмәғәт эшмәкәре, бер нисә тапҡыр "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау буйынса "Берҙәм Рәсәй" партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн ойоштороу комитетына тейешле документтарын тапшырҙы.

"Мин спорт карьерамды тамамланым һәм туплаған тәжрибәмде йәштәр менән уртаҡлашырға теләйем. Башҡортостан  –  миңә көс-дәрт биргән төбәк. Республикаға файҙа килтерә алырмын тип ышанам. Бында рәхмәтле һәм изге күңелле кешеләр йәшәй. Башҡортостанда тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн үҙ өлөшөмдө индерергә тейешмен тип иҫәпләйем", – тип билдәләне Эльбрус Ниғмәтуллин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: