Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Март 2023, 14:55

"Барс" - һәр саҡ алда!

Республика ярышында тик алдынғы урындарҙы яуланылар...

"Барс" - һәр саҡ алда!
"Барс" - һәр саҡ алда!

Өфөлә ҡул һуғышы алымдары буйынса республика Гимназиадаһы үтте. Унда Баймаҡ ҡалаһының “Барс” клубы ла ҡатнашты. Улар бик яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Сафин Данис, Әбделмөкминов Вилдан, Нәҙербаев Айтуған, Хәсәнов Искәндәр – беренсе урын яуланы. Сәйғәфаров Рөстәм, Дәүләтшин Илмир, Ҡаһарманов Рөстәм, Туйсин Бәхтийәр – икенсе, Сәйетҡолов Илмир өсөнсө урын алды. Афарин, егеттәр!

9 һуғышсынан торған команда икенсе урынға лайыҡ булды! Әбделмөкминов Вилдан, Сафин Данис, Нәҙербаев Айтуған, Хәсәнов Искәндәр айырыуса мауыҡтырғыс һуғыш алымдарын күрһәтеүе менән иғтибарға лайыҡ булды.

Барс” командаһының шәп тренеры Лейла Гаджиеваға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Афарин, “Барс!” Һеҙ һәр саҡ алда булдығыҙ һәм булып ҡалаһығыҙ!

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: