Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Февраль 2023, 17:15

Баймаҡ янғын һүндереүселәре ГТО нормаларын тапшырҙы

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан 114-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре ГТО нормаларын тапшырҙы. Улар йәш категорияһына ҡарап, төрлө спорт һынауҙарында үҙҙәренең көсөн һынаны, таҫыллығын күрһәтте. Атап әйткәндә, ваҡытҡа арҡа менән ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, ятҡан килеш ҡулдарҙы бөгөү һәм яҙыу, оҙонлоҡҡа һикереү, 50 метр алыҫлыҡҡа йөҙөү һәм башҡа һынауҙар аша үттеләр.

Был көндө янғын һүндереүселәр спорт сараларында үҙ көстәрен генә күрһәтеп ҡалманы, күңел күтәренкелеге лә алды.   

 

Баймаҡ янғын һүндереүселәре ГТО нормаларын тапшырҙы
Баймаҡ янғын һүндереүселәре ГТО нормаларын тапшырҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: