Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2023, 18:30

Яратта - волейбол ярышы

Ярышҡа Әбделкәрим, Юлыҡ, Ишмырҙа командалары ла  килде...

Яратта - волейбол ярышы
Яратта - волейбол ярышы

Ярат ауылында үткән ярыш тураһында былай тип хәбәр иттеләр:

- Бөгөн Ярат ауылында зона буйынса волейбол ярышы үтте. Ярышҡа  Әбделкәрим, Ишмырҙа, Юлык ауылдарынан командалар килде.Шулай уҡ үҙебеҙҙең ауыл егеттәре командаһы көс һынашты.Ярыш булғас еңеүсеһе лә,еңелеүсеһе лә була.Командалар араһындағы уйындар бик сәмле һәм көсөргәнешле барҙы. Беренсе урынды һәм зона буйынса күсмә кубокты Юлыҡ ауылы командаһы яуланы,икенсе урын Ишмырҙа ауылы егеттәрендә булһа,өсөнсө урын Ярат ауылы командаһына эләкте. Еңеүсе командалар маҡтау ҡағыҙҙары,медальондар һәм ауыл хакимиәте әҙерләгән бүләктәр менән бүләкләнделәр. Дүртенсе урын алыусы Әбделкәрим ауылы егеттәре лә бүләкһеҙ ҡалманы. Ярыш мәктәп һәм ауыл клубы спортзалдарында барҙы.Ярышта ҡатнашыусыларҙы мәктәп , ауыл хакмиәте,клуб һәм бибототека хеҙмәткәрҙәре йылы сәйҙәре һәм тәмлекәстәр менән һыйланылар. Ошо сараны үткәреүҙә кемдәр ҡатнашҡан бөтәһенә лә ҙур рәхмәт

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: