Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
17 Февраль 2023, 03:20

Волейбол уйнай ҡыҙҙар

Сәләмәтлек - тәбиғәттең иң ҡиммәтле емеше, ти Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Сәләмәтлек - тәбиғәттең иң ҡиммәтле емеше, ти Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары. Ауылыбыҙҙың төрлө өлкәлә эшләгән гүзәл заттарыбыҙ кискеһен мәктәп спорт залына йыйыла.
Өй мәшәҡәттәренән, эштән һуң бер аҙ ял итеп, һаулыҡтарын нығытып ял итеү маҡсатыбыҙ. Иң беренсе Нәзирә Әхәт ҡыҙы фитнес күнегеүҙәре эшләтә. Унан һуң ҡыҙҙар ике командаға бүленеп, волейбол уйнайбыҙ.
Ял иткән ваҡытты ла буш үткәрмәйбеҙ. Ауылыбыҙ фелдшеры Айгөл Әсхәт ҡыҙы тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәрәкле күнегеүҙәр, кәңәштәр, медицина өлкәһенәге яңылыҡтар менән таныштыра.
Яҡынлашып килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамында зона араһында волебол ярышы үткәреү күҙ уңында тора.
Ҡыҙҙарыбыҙға уңыштар, хәрәкәттә-бәрәкәт икәнен онотмайыҡ. Барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ, илдәребеҙ тыныс, көндәребеҙ уңдырышлы булһын!

Хәҙисә Райманова,

Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Волейбол уйнай ҡыҙҙар
Волейбол уйнай ҡыҙҙар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас