Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2023, 19:15

Төркмәндәр түр бирмәне!

Шулай итеп, сәмле-ғәмле уйын да тамамланды... Биш-алты сәғәткә һуҙылған ҡыҙыу уйында һәр команда үҙ ауыл биләмәһе өсөн бар көсөнә тырышты, хәлдән тайғансы алға ынтылды. Шулай ҙа, кем әйтмешләй, уйын булғас еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Төркмәндәр түр бирмәне!
Шулай итеп, сәмле-ғәмле уйын да тамамланды... Биш-алты сәғәткә һуҙылған ҡыҙыу уйында һәр команда үҙ ауыл биләмәһе өсөн бар көсөнә тырышты, хәлдән тайғансы алға ынтылды. Шулай ҙа, кем әйтмешләй, уйын булғас еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була... Был юлы төркмәндәр түрҙе бер кемгә лә бирмәне һәм 3-кә 2 иҫәбе менән лайыҡлы еңеүсе булды! Афарин, күршеләр! Беҙ һеҙҙең өсөн бик шат!!! ""Еңеп ҡайтыр өсөн килдек һәм еңәсәкбеҙ!" - тигән һүҙегеҙҙе раҫлап, башҡаларға матур өлгө күрһәттегеҙ!!! Ҡотлайбыҙ! Алдан әҙерлек үҙ һөҙөмтәһен бирҙе шул... Ә беҙҙекеләргә икенсе урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде... Түбәләрҙең “Ҡараташ” командаһы өсөнсө урынға сыҡты! “Шаяндар” "шаярып" ҡына дүртенсе урын менән хушһынды... Командаларҙың барыһына ла еңеүсе кубоктары, миҙалдар һәм Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советының маҡтау грамоталары тапшырылды!
Иҫке Сибайҙың хоккей майҙанында был дуҫтарса осрашыу командалар ағзаларына күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ дәрт өҫтәгәндер, моғайын. Улар, киләсәктә лә осрашып торорға, сәмле уйынды дауам итергә, тигән теләк менән бик йылы хушлашты...
Афарин, ҡыҙҙар! Ысынлап та, һеҙ нәҡ ауыл ҡыҙҙары булыуығыҙҙы һүҙҙә түгел, ә аныҡ эштә күрһәттегеҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Мотал Рәмов,

Иҫке Сибай.

Төркмәндәр түр бирмәне!
Төркмәндәр түр бирмәне!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: