Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2023, 10:53

Хоккей турниры уҙҙы

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Уҙған ялда “Атайсал” өлкәндәр командаһы хоккейсылары дәғүәселәрен үҙ майҙанында ҡабул итте. Көсргәнешле һәм ҡыҙыҡлы алышты үҙ күҙҙәре менән күрергә теләүсе көйәрмәндәр ҙә дәррәү генә боҙ майҙансығы тирәләй йыйылды һәм хоккейсыларыбыҙҙы ҡеүәтләп, уларға көс-ҡәүәт биреп торҙо. Һәр ергә өлгөргән һәм йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ иһә уйынсыларҙә өй ризыҡтары һәм йылы сәй менән һыйланы.
Сәмле алыш был юлы ла Баймаҡ ҡалаһының “Алдар батыр” хоккей командаһының еңеүе менән тамамланды. “Атайсал”дарға – икенсе, ә Ниғәмәт ауылы командаһына өсөнсө урын менән хушһынырға тура килде.

Хоккей турниры уҙҙы
Хоккей турниры уҙҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: