Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ғинуар 2023, 09:10

Сәләмәт киләсәкте хәстәрләп

2023 йылда Башҡортостанда ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға еткереләсәк...

Сәләмәт киләсәкте хәстәрләп
Сәләмәт киләсәкте хәстәрләп

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса бер тапҡыр бирелә торған компенсация нормалары тураһында ҡарарға үҙгәрештәр индерелде. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Үҙгәрештәр башлыса «тренер» һүҙен «тренер-уҡытыусы»ға алмаштырыуға ҡағыла. Тимәк, хәҙер тренер ғына түгел, белем биреү учреждениеһында эшләгән педагогик хеҙмәткәр ҙә ошо түләүҙе алырға хоҡуҡлы.

2023 йылда Башҡортостанда ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға еткереләсәк. Республика хөкүмәте муниципалитеттарға төбәк ҡаҙнаһынан финанс бүлеү тәртибенә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында тағы бер тапҡыр ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: