

С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында район хакимиәте башлығы Кубогына хоккей ярышы бара. Унда Баймаҡ, Иҫке Сибай һәм Йылайыр районы командалары уйнай.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ярышты асыу тантанаһында былай тине:
- Беҙҙең районда хоккей уйыны яҡшы үҫешкән. Уны өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, балалар ҙа яратып уйнай. Бөгөнгө уйын махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәребеҙ рухына һәм әле унда илебеҙҙе һаҡлаған ир-егеттәргә арнала. Беҙ уларҙы бер мәлгә лә онотмайбыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Хөрмәтле егеттәр! Уйын шәп үтһен! Йылайыр районынан килеп еткән хоккейсыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм!
Мәғлүм булыуынса, Фәнис Ғәбдрәшит улы үҙе Баймаҡтың <Алдар батыр> командаһының иң көслө хоккейсыларының береһе. Үкенескә ҡаршы, хөрмәтле хеҙмәт ветераны вафат булыу сәбәпле, район башлығы бөгөнгө уйында ҡатнаша алманы. Тантананы асыу һәм уйынды башлап ебәргәндә тәүге шайбаны боҙға төшөрөү йолаһын Фәнис Әминев үҙе башҡарҙы.
Уйын йәрәбә буйынса башланды. Иң тәүҙә Баймаҡ һәм Иҫке Сибай командалары боҙға сыҡты. Беренсе период 1:1 иҫәбе менән тамамланды. Икенсе периодта баймаҡтар алға сыҡты.
Уйын бик сәмле бара. Ысынлап та, көслө ир-егеттәр уйыны икән ул - хоккей! Беҙҙең төркөмдә уйындан тура репортаждың видеолары һалынған. Рәхәтләнеп ҡарағыҙ, дуҫтар!