Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ғинуар 2023, 09:05

Еңеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ!

Бөгөн Өфөлә үтәсәк "Яңы йыл ғаилә уйындары"нда Баймаҡ районынан Миңлебаевтар ҡатанаша. Уларға еңеү теләйбеҙ!

Еңеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Еңеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ!

Республикабыҙҙың матур йолаһына ярашлы, бөгөн Өфөлә «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2023» фестивале үтә. Матур һәм үҙенсәлекле сара «Динамо» стадионында ойошторола.

Бөгөнгө сара - ул фестивалдең финалы. Шуға күрә ярышта Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында еңеү яулаған иң-иң 69 ғаилә командаһы ҡатнаша. Ярыш шарты буйынса командала атай, әсәй һәм уларҙың балаһы — башланғыс класс уҡыусыһы ҡатнаша.

Беҙҙәң райондан Йомаш мәктәбе директоры Барый Фәйрүз улы Миңлебаев тормош юлдашы Айгүзәл һәм улы - 3-сө класс уҡыусыһы Барый менән баймаҡтар исеменән сығыш яһаясаҡ. Был ғаилә матурлығы, уңғанлығы һәм спорт менән дуҫ булыуы менән айырыла. 

Ғаиләләрҙе ниндәй һынауҙар көтә һуң? Ә улар ҡыҙыҡлы ла, сәмле лә булырға оҡшай. Шулай итеп, ғаиләләрҙең быйма кейеп хоккей ярышын, сәкән менән туп йөрөтөүен, ҡулса менән йүгереүҙәрен күрергә булыр.

"Яңы йыл ғаилә уйындары" фестивале Башҡортостан халҡын сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешенә, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү өсөн уҙғарыла.

Фестивалде Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Спорт министрлығы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе ойоштора.

Ғаиләләргә шәп уйын, ә Миңлебаевтарға талмаҫ ҡанат һәм еңеү теләйбеҙ! Алға - баймаҡтар! 

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: