Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар 2023, 11:20

Ҡышҡы һауа - иң яҡшыһы!

Саңғысылар ҡар-буранға һөйөнә генә...

Ҡышҡы һауа - иң яҡшыһы!
Ҡышҡы һауа - иң яҡшыһы!

Быйылғы Яңы йыл каникулы мул ҡары, бураны менән дә һөйөндөрҙө. Урам-юлдарҙы көрт баҫыуы ваҡытлыса ауырлыҡтар тыуҙырһа ла, ҡоролоҡ хас булған районыбыҙға ҡарҙың ишелеп яуыуы ҡыуанысҡа ғына. 

Һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан спорт комитеты планға алған саралары көн дә ойошторола. Иң ҡыуандырғаны - унда ҡатнашыусылар ҙа күп була. 

Паркта үткән саңғы ярышына ла ололар ҙа, балалар ҙа йыйылды. Көндөң буранлап тороуы ла бер кемде туҡтата алманы. Таналыҡ йылғаһына һалынған саңғы юлына ла ойоштороусылар ҙур иғтибар бирҙе. 

Тәүҙә балалар, унан ололар, артабан спорт ветерандары ҡуҙғалды. Барыһы ла үҙ дистанцияһын үтеп, финишҡа ҡыуанып килеп етте. Ярышта ҡатнашыусылар спорт комитетына күңелле һәм файҙалы ял ойошторған өсөн рәхмәттәрен әйтеп таралды. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: