Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
22 Декабрь 2022, 09:20

Инәй-олатайҙар! Спортҡа әҙерһегеҙме?

Республика пенсионерҙары уҡыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә йәки ял итеүгә сертификат алырға мөмкин. Уның менән йога, дауалау физкультураһы, тын алыу гимнастикаһы, бейеү, һанлы грамоталылыҡ, инглиз теле дәрестәре һәм башҡа йүнәлештәргә тотонорға мөмкин...

Инәй-олатайҙар! Спортҡа әҙерһегеҙме?Инәй-олатайҙар! Спортҡа әҙерһегеҙме?
Инәй-олатайҙар! Спортҡа әҙерһегеҙме?

Республика пенсионерҙары уҡыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә йәки ял итеүгә сертификат алырға мөмкин. Быйыл Башҡортостанда һынау рәүешендә эшләй башлаған проект бик уңышлы булып сыҡты. Ике айҙа 400-ҙән ашыу кешегә сертификат бирелгән, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Сертификаттың хаҡы – 2 мең һум. Уның менән йога, дауалау физкультураһы, тын алыу гимнастикаһы, бейеү, һанлы грамоталылыҡ, инглиз теле дәрестәре һәм башҡалар өсөн түләргә мөмкин. Ололар йүнәлеште үҙҙәре һайлай.

Сертификат алыу өсөн ғариза менән республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сертификат өсөн бер ниндәй ҙә өҫтәмә документтар талап ителмәй.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас