Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
1 Декабрь 2022, 03:35

1 декабрь - Бөтә Рәсәй хоккей көнө

Был спорт төрөндә баймаҡтарҙың үҙ урыны бар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн - Бөтә Рәсәй хоккей көнө. Был спорт төрөндә баймаҡтарҙың үҙ урыны бар. Беҙҙә хоккей уйнарға яратыусылар йылдан-йыл арта. Һәр ауылда тиерлек, шулай уҡ ҡаланың бер нисә ерендә каток эшләй. Уларҙа балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да бер-береһен дәртләндергән, ҡеүәтләгән шат тауыштары яңғырап тора. Баймаҡ хоккейсылары күрше райондар менән дә боҙ майҙанына көс һынашырға сыға һәм еңеү яулай.

Календарь буйынса бөгөн ысын ҡыш етте. Тимәк боҙға сығырға ла ваҡыт етте.

1 декабрь - Бөтә Рәсәй хоккей көнө
1 декабрь - Бөтә Рәсәй хоккей көнө
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас