Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ноябрь 2022, 14:55

Баймак бокссылары еңеү яуланы

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймак бокссылары еңеү яуланы

Өфөлә 2007-2008 йылда тыуған уҡыусы егеттәрҙең бокс буйынса республика беренселеге үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 260 спортсы, шул иҫәптән Баймаҡ командаһы ла, көс һынашты. Беҙҙең спортсылар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Үҙ ауырлыҡ категорияһында Арслан Моратов еңеү яуланы. Данил Мостафин, Мораҙым Байегетов, Азамат Ҡарасурин өсөнсө урындарҙы алды. Бокс буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһына Ислам Әминев менән Руслан Афанасьев инде. Бокссы егеттәрҙең барыһы ла тренерҙар А.Евстигнеев, М. Әбйәлилова, И.Ғөбәйҙуллина, Д.Рустамов ҡарамағында шөғөлләнә.

Баймак бокссылары еңеү яуланы
Баймак бокссылары еңеү яуланы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: