Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Октябрь 2022, 16:45

Баймаҡта боҙ аренаһы төҙөләсәк

Ул 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡтағы бер эш сәфәрендә ҡалала боҙ аренаһы төҙөү тураһындағы тәҡдимде яҡлап сыҡҡайны. Был беҙҙә хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек кеүек спорт төрҙәрен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо көндәрҙә яңы объекттың подрядсыһы ойошмаһы билдәләнде. Әйтергә кәрәк, унда өс төҙөлөш компанияһы ҡатнашыуға теләк белдергән. Ләкин Өфө ҡалаһының "СБС-Строй" компанияһына ышаныс күрһәтелде. Боҙ аренаһы 2024 йылдың июнь айында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Уның өсөн республика бюджетынан 329,6 млн һум бүленә. Боҙ аренаһы 3,6 мең кв.м. тәшкил итәсәк. 

 

Баймаҡта боҙ аренаһы төҙөләсәк
Баймаҡта боҙ аренаһы төҙөләсәк
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: