Спорт
24 Октябрь 2022, 06:24

Радий Хәбиров уңыштар теләне

"Торатау" конгресс-холында үткән DeafSkills-2022 милли чемпионатының асылыу тантанаһында Республика Башлығы улар телендәге ым-ишаралар ярҙамында уңыш теләне. 

Радий Хәбиров уңыштар теләнеРадий Хәбиров уңыштар теләне
Радий Хәбиров уңыштар теләне

- Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ! Һеҙгә ҡарап беҙҙең күңелдәр күтәрелә. Һеҙ һөнәри оҫталыҡҡа ынтылған көслө һәм ҡыйыу кешеләрһегеҙ, - тип Радий Хәбиров конкурсанттарға мөрәжәғәт итте. 

Һуңынан ул ым-ишара телендә чемпионатҡа йыйылғандарҙың барыһына ла уңыштар теләне.

Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ишетеү һәләте боҙолған 35 йәшкә тиклемге йәштәр өсөн һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионатҡа Рәсәйҙең 45 төбәгенән, шулай уҡ Үзбәкстандан һәм Ҡаҙағстандан 350-нән ашыу кеше килгән. Улар 34 компетенция буйынса ярышасаҡ. Конкурсанттарға 150 ишаралар тәржемәсеһе һәм 130 волонтер ярҙам итәсәк. Чемпионат 20-22 октябрҙә үтә. Уның ярыштар өлөшө ВДНХ-ЭКСПО комплексында һәм бер нисә Өфө колледжында үтәсәк.

Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте президенты Станислав Иванов билдәләүенсә, был ысын хеҙмәт байрамы буласаҡ, уны ойоштороу өҫтөндә Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы йыл дауамында Башҡортостан хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар менән эшләгән.

Фото Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2022-10-20/radiy-habirov-pozhelal-udachi-uchastnikam-natschempionata-deafskills-2022-na-yazyke-zhestov-2997549 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас