Баймаҡтағы “Труд” стадионында барған төҙөлөштө ҡала халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп, уның файҙаланыуға тапшырылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ниһайәт, бында эштәр аҙағына яҡынлаша. Ошо көндәрҙә тулы реконструкция үткән спорт комплексында көнөнә 500-600 кеше шөғөлләнә аласаҡ.
- Стадионда милли көрәш, грек-рим көрәше, бокс, футбол, волейбол, баскетбол, еңел атлетика буйынса күнегеүҙәр алып барыласаҡ, - тине Баймаҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Фәрит Биксәнтәев. - Ошонда уҡ “Саптар” хореография ансамбле лә шөғөлләнәсәк. Беҙҙең бейеүселәрҙе стеналарға көҙгөләр, күнегеүҙәр өсөн ҡоролмалар ҡуйылған яҡты һәм иркен бүлмә көтә. Спорт залдары киң, яҡты. Вентиляция эшләй. Йыуынып сығыу бүлмәләре бар. Һалҡын һәм эҫе һыу килә. Видеокүҙәтеү камералары эшләй. Медпунктта ҡала үҙәк дауаханаһынан йәлеп ителгән медицина хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Әйткәндәй, стадион айырым ҡаҙанлыҡ менән йылытыла. Шуның өсөн дә һауа температураһын көйләргә мөмкинлек бар.
Стадионда спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Баймаҡта милли көрәштең һәм бокстың ныҡ үҫеш алыуын иҫәптә тотоп, бында ул спорт төрҙәре өсөн айырым зал ҡаралған. Футбол майҙансығына яһалма япма түшәлгән. Йүгереү өсөн күнекмә юлы 200 метрға һуҙылған.
- Матрастар түшәлгән, маникендар алынған, - тине милли көрәш һәм грек-рим көрәше буйынса тренер Илшат Вәлитов. - Күнекмәләр сәғәтләп алып барыласаҡ. Сөнки дүрт тренерҙың 3-4 төркөмө бар. Һәр береһендә 12-15 бала шөғөлләнә. Улар ҙа яңы стадиондың эшләй башлауын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Бер маҡсатта, бер уйҙа булғандар бергә тупланып, яңы һулыш алған стадионда спорт менән шөғөлләнә башлаясаҡбыҙ.
Ә бит, ысынлап та, Баймаҡ спортсыларының уңыштары ла ярайһы ҙур ғына. Милли көрәш һәм бокс буйынса турнирҙарҙа баймаҡтар айырым урын биләй. Улар араһында чемпион һәм призер булып танылғандар күп. Даими уҙып торған ярыштар әленән-әле яңы исемдәр аса.
Һуңғы йылдарҙа районда футбол да киң ҡолас алды. “Торпедо” ололар футбол командаһының уңыштары һөйөндөрә. Матур еңеүҙәре менән йәш быуынға асыҡ миҫал булып тора. Тренерҙар Фәрит Биксәнтәйев менән Геннадий Евстигнеев етәкселегендәге балаларҙың “Спарт” футбол командаһының уңыштары ла ярайһы ҙур. БР Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған ярыштарҙа ул призер булып танылды. Былтыр Сочи ҡалаһында уҙған Рәсәй беренселегендә ҡатнашҡан утыҙ алты команданан “Спарт” туғыҙынсы урынды яуланы. Был бик яҡшы күрһәткес. Тимәк, беҙҙә футбол да үҫешә. Бөтә шарттарға яуап биргән яңы футбол майҙансығы уларҙың оҫталығын тағы ла арттырыуға булышлыҡ итәсәгенә өмөт бар. “Спарт” һәм “Торпедо” командаларының еңеүҙәре тураһында ишетербеҙ әле.