Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Апрель 2022, 08:49

Тамара Танһыҡҡужинаны ярыштарҙа ҡатнаша алырмы?

Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны донъя рейтингынан сығарҙылар һәм ярыштарҙа ҡатнашыуҙан ситләттеләр, тип яҙа ТАСС Рәсәй Шашка федерацияһы вице-президенты, Рәсәй йыйылмаһының баш тренеры Юрий Черток. Таңһыҡҡужинаның исеме Бөтә донъя шашка федерацияһы ресурстарынан юйылды (FMJD).

Тамара Танһыҡҡужинаны ярыштарҙа ҡатнаша алырмы?
Тамара Танһыҡҡужинаны ярыштарҙа ҡатнаша алырмы?

Тамара Танһыҡҡужина ике көн элек Рәсәйҙең Шашка федерацияһы вәкиленән донъя рейтингынан төшөп ҡалыуы хаҡында Өфөләге РБК хеҙмәтенә хәбәр итте. Был ҡарарҙы инҡар итеү өсөн ялыу биреү юлдарын эҙләйем, тип билдәләне ул.

«Минең өсөн был көтөлмәгәнлелек булды, бығаса булмаған хәл. Шуныһы ҡыҙыҡ, рәсми ҡарарҙы әлегәсә беҙгә күрһәтмәнеләр. Әммә ғәжәп шикелле исемлектән минең исемем юғалды. Рәсәйҙең Спорт министрлығы юристары менән кәңәшләшәсәкбеҙ», - тине Танһыҡҡужина.

Бөтә донъя федерацияһы сайтынан Таңһыҡҡужинаның исемен уның президенты Яцек Павлицкий үҙе алып ташланы, тип аныҡлыҡ биреп үтте Юрий Черток. Уның әйтеүенсә, FMJD башлығы яҡташы, Польшаның мәҙәниәт һәм милли мираҫ министры Петр Глиньскийҙың «кәңәшен» тотто. Уныһы ошо көндәрҙә ул Рәсәй мәҙәниәтенең асыҡ киңлектәрҙән юҡҡа сығырға тейешлеген әйтеп үткән ине. 

Тамара Танһыҡҡужина 1978 йылдың 11 декабрендә Яр Саллыла (Татар АССР-ы) тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Ете тапҡыр донъя чемпионы, һигеҙ тапҡыр Европа чемпионы, ике тапҡыр Бөтә донъя интеллектуаль уйындары еңеүсеһе. «Халыҡ-ара шашка федерацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһын етәкләй, Башҡортостанда балалар шашка спортын үҫтереү проектына етәкселек итә. Өфөләге РБК хәбәр итеүенсә, 2021 йылдың октябрендә Таңһыҡҡужина республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары итеп һайланды.

2021 йылдың майында Варшавала Тамара Танһыҡҡужина туғыҙ партиянан торған финал матчында поляк Наталья Садовскаяны еңеп, шашка буйынса донъя чемпионы исемен яҡланы.


Сығанаҡ: https://ufa.rbc.ru/ufa/05/04/2022/624c5a529a794771cd1e6bd5 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: