Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Апрель 2022, 08:20

Илдус Алғушаевтың яҡты иҫтәлегенә

Баймаҡта яугир-интернационалист Илдус Алғушаевтың яҡты иҫтәлегенә арнап Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы кубогына бокс буйынса VI төбәк-ара турнир үтте. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Сибай, Мәләүез һәм Магнитогорск ҡалаларынан 120-нән ашыу йәш спортсы көс һынашты.

Илдус Алғушаевтың яҡты иҫтәлегенә
Илдус Алғушаевтың яҡты иҫтәлегенә

Илдус Тайып улы Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Свердловск өлкәһендәге Сысерть ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡый. Әрмегә саҡырылғанға тиклем парашют спорты менән мауыға. Хәрби хеҙмәтте Афғанстанда үтә, пулемет расчеты тоҫҡаусыһы була. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн И.Алғушаев СССР Юғары Советының Почет грамотаһы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.
Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ул быраулаусы булып хеҙмәт юлын башлай, Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлай. Артабан ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә саңғы спорты буйынса тренер булып эшләй. Өйләнә, тормош юлдашы Фирүзә Фәйрүз ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ситтән тороп Силәбе пединститутын тамамлай. Әммә яуҙа алған яралары тынғылыҡ бирмәй – ул 39 йәшендә генә вафат була.
Баймаҡтар данлы яҡташын онотмай, уның яҡты иҫтәлегенә арнап ҡалала балалар һәм үҫмерҙәр араһында бокс буйынса турнир ойошторола. Әйтергә кәрәк, уҙғарылған ярыштар беҙҙә генә түгел, ә Урал аръяғы төбәгендә лә был спорт төрөн үҫтереүгә тос өлөш индерә, уға иғтибар йылдан-йыл арта бара. Әлеге турнир был фекерҙе тағы бер ҡат иҫбатланы. Ярыштарҙы асыу тантанаһында БР Бокс федерацияһының вице-президенты Ирек Мөхәмәтйәров, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы рәйесе Иҙел Солтанов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Кәримов, йәштәр эштәре һәм спорт буйынса бүлек начальнигы Вадим Ғәбитов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков, яугирҙың ҡатыны Фирүзә Алғушаева, БР-ҙың атҡаҙанған тренеры Алексей Евстигнеев ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Спортсыларҙы БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров етәкселегендәге өлгөлө “Саптар” хореографик студияһы һәм район ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илнур Аслаев йырлы-моңло тамаша менән сәләмләне.
Әйтергә кәрәк, ике көн дауамында барған турнир яҡшы ойошторолоуы, ярыштарҙың сәмле, көсөргәнешле барыуы менән айырылып торҙо. Баймаҡтарҙың унда уңышлы сығыш яһауы беҙҙә был спорт төрөнөң популяр булыуын тағы бер иҫбатланы. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Баймаҡтан Самира Шайсолтанова, Сыңғыҙ Камалов, Вадим Заманов, Азамат Ҡарасурин, Эльдар Садыҡов, Эмиль Мамилин, Тимур Исмәғилев, Руслан Решетников, Ғәҙел Ҡудашев, Ильяс Ҡаҙнабаев, Арслан Ғарипов, Данис Һунаршин, Радмир Хоҙайбирҙин, Данис Ҡыҙрасов, Рамаҙан Ҡотләхмәтов, Рәмил Йәнәлин, Мораҙым Байегетов, Айҙар Алғушаев, Айтуған Байегетов, Руслан Афанасьев, Данил Мостафин, Вадим Колобов, Алим Санакулов, Данияр Ниғәмәтов, Ислам Иҫәндәүләтов, Арсен Мамилин, Байсар Кейекҡужин, Владислав Аверьянов, Илшат һәм Илмир Татлыбаевтар, Артур Рәсүлев, Ислам Дәүләтбирҙин, Урғаҙанан Аделина Гераськина, Арслан Моратов, Рәдиф Ғүмәров, Рөстәм Ғөбәйҙуллин, Ислам Юлаев, Батыр Ҡоланбаев, Азамат Нәҙершин, Данияр Лукьянцев, Денис Люлин, Күсейҙән Володя Асланян, Арслан Ласынов майҙан батырҙары һәм призерҙар булып танылды.
Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: