Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Февраль 2022, 20:42

Еңеү менән ҡайттылар!

Ғафури районында милли көрәш буйынса Рәсәй Геройы Фәрвәт Яҡуповтың яҡты иҫтәлегенә арналған республика беренселеге үтте. Унда 2006-2007 йылғы үҫмерҙәр майҙанға сыҡты. Баймаҡтан тренерҙар Илшат Хәмитов, Айгиз Яҡшыбаев, Венер Нәбиев, Илфат Дәүләтбаев, Рәвил Арсланов етәкселегендәге команда район намыҫын яҡлап сығыш яһаны. Тулыраҡ:

Ғафури районында милли көрәш буйынса Рәсәй Геройы Фәрвәт Яҡуповтың яҡты иҫтәлегенә арналған республика беренселеге үтте. Унда 2006-2007 йылғы үҫмерҙәр майҙанға сыҡты. Баймаҡтан тренерҙар Илшат Хәмитов, Айгиз Яҡшыбаев, Венер Нәбиев, Илфат Дәүләтбаев, Рәвил Арсланов етәкселегендәге команда район намыҫын яҡлап сығыш яһаны.

Мөхәмәт Яҡупов, Ильяс Байымов, Нияз Зәйнәғәбдинов үҙ кәүҙә категорияһы ауырлығында барған алышта еңеү яуланы.

Илнар Халиҡов, Ирхан Ғүмәров икенсе, ә Ильяс Ғәббәсов өсөнсө урындарға сыҡты.

Был турнирҙа еңеүселәр милли көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Беҙҙең чемпиондар 12-14 мартта Ҡазан ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатына барасаҡ.

Еңеү менән ҡайттылар!
Еңеү менән ҡайттылар!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: