Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2022, 11:50

"Спорт менән дуҫбыҙ,бер ниндәй һыуыҡтан ҡурҡмайбыҙ"

Түбәнге Яйыҡбай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары (етәксеһе Фирҙәүес Хәсәнова ) мәҙәни ойоштороусы (Рәмзиә Бәхтиева) балалар менән ауылда ҡышҡы спорт уйындары көнө уҙғарҙы.

Түбәнге Яйыҡбай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары (етәксеһе Фирҙәүес Хәсәнова ) мәҙәни ойоштороусы (Рәмзиә Бәхтиева) балалар менән ауылда ҡышҡы спорт уйындары көнө уҙғарҙы. "Спорт менән дуҫбыҙ, бер ниндәй һыуыҡтан ҡурҡмайбыҙ" тип аталды челлендж.  Был сараны улар әлеге ваҡытта Пекинда барған Олимпиадала Рәсәй командаһын хуплау йәһәтенән дә ойошторҙолар. Рәсәй командаһының еңеп ҡайтыуҙарына ышаныстарын белдереп, изге теләктәрен еткерҙеләр. Сараға ауылдың имам-хатибы Рәмил Сәфәрғәле улының килеүе оло мәртәбә өҫтәне. Махсус ҡунаҡ - Баймаҡ ҡалаһынан район һәм республика саңғы,еңел атлетика ярыштары еңеүсеһе Рәмилә Бәхтиева үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште.

"Спорт менән дуҫбыҙ,бер ниндәй һыуыҡтан ҡурҡмайбыҙ"
"Спорт менән дуҫбыҙ,бер ниндәй һыуыҡтан ҡурҡмайбыҙ"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: