Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2022, 20:57

«Алтын балыҡ» күнекмәһе

#Һаҡмар_кәңәшитә Умыртҡа һөйәге ҡайһы саҡта ауыртып, һыҙлап тора. Тап ошондай саҡта ҡайһы берәүҙәр ҡыйбатлы кремдар, майҙар, дарыуҙар һатып алырға йүгерә. Был күнекмә умыртҡалыҡ өсөн иң яҡшыларҙан һанала

«Алтын балыҡ» күнекмәһе
«Алтын балыҡ» күнекмәһе

Был күнекмә шулай уҡ буй-һын өсөн, сколиоздан ярҙам итә. Ҡан циркуляцияһын һәм эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта. 

«Алтын балыҡ» күнекмәһе тән иҙрәгән саҡта арҡаға ятҡан килеш эшләнә. Аяҡтарҙы һуҙып ятабыҙ, бармаҡтарығыҙҙы үҙегеҙгә тартып ятығыҙ. Табандар бер-береһенә параллель тора. 

Ҡулығыҙҙы терһәктән бөкләп, муйынығыҙ аҫтына һалығыҙ (һүрәтте ҡарағыҙ). 

Ошолай ятҡан килеш балыҡ кеүек борғаланығыҙ. Бар тәнегеҙ ҡалтыранған ккүек булһын. 

Был күнекмәне көнөнә ике тапҡыр ― иртәле-кисле эшләгеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: