Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль , 11:46

Олимпиада үтте был ауылда

Ошондай ҙур халыҡ-ара комплекслы спорт ярыштарына булған Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә лә үҙебеҙҙең ҡышҡы олимпиаданы асыу тантанаһы үтте. Барлыҡ тиклем мәктәп уҡыусылары класс етәкселәре менән берлектә төрлө илдәрҙең милли кейемен, флагын әҙерләне. Ҡышҡы олимпия уйындарын тантаналы рәүештә мәктәп директоры Миңлегөл Моталлапова асты. Артабан флаг күтәреү хоҡуғы спорт алдынғылары Алмаз Хисмәтуллин, Айгүзәл Хисмәтуллина, Азалия Миңғәлиева һәм Алсын Солтангәрәевҡа бирелде.

Олимпиада үтте был ауылда
Олимпиада үтте был ауылда

4 февраль, Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары башланды.

Ошондай ҙур халыҡ-ара комплекслы спорт ярыштарына булған Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә лә үҙебеҙҙең ҡышҡы олимпиаданы асыу тантанаһы үтте. Барлыҡ тиклем мәктәп уҡыусылары класс етәкселәре менән берлектә төрлө илдәрҙең милли кейемен, флагын әҙерләне. Ҡышҡы олимпия уйындарын тантаналы рәүештә мәктәп директоры Миңлегөл Моталлапова асты. Артабан флаг күтәреү хоҡуғы спорт алдынғылары Алмаз Хисмәтуллин, Айгүзәл Хисмәтуллина, Азалия Миңғәлиева һәм Алсын Солтангәрәевҡа бирелде.

Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Әлфирә Азаматова тантаналы рәүештә төрлө ил спортсыларын саҡырҙы. Көйәрмәндәр шау-гөр килеп, көслө алҡыштар менән спортсыларҙы тәбрик иттеләр. Байрам сараһына 7-се класс уҡыусыһы Әминә Моталлапова төшөргән олимпиаданың талисманы булған панда Бин Дунь йәм өҫтәне. Уҡыусылар Рәсәй, Норвегия, Ҡаҙағстан, Белорусия, Канада, Швеция, Австралия, АҠШ, Украина, Ҡытай гимндары аҫтында милли кейемдәге спортсыларҙы ҡарап, үҙҙәрен олимпия уйындарында ҡатнашҡандай хис иттеләр. Артабан физкультура уҡытыусыһы Рәсих Йортбәков  спорт уйындарын башлап ебәрҙе. Шорт-трек, биатлон кеүек ярыштар барышында зал алҡыштар, күңелле тауыштар менән тулды. Еңеүселәр миҙалдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Әлфирә Азаматова,

тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.

Олимпиада үтте был ауылда
Олимпиада үтте был ауылда
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в