Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль 2022, 12:03

21 февралдә 2022 йылғы волейбол буйынса Донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһы башлана

21 февралдә волейбол буйынса Донъя чемпионатының волонтерҙар программаһына старт бирелә. Турнир барышында 18 функциональ йүнәлеш буйынса 3500-ҙән ашыу волонтер ҡатнаша.  

21 февралдә 2022 йылғы волейбол буйынса Донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһы башлана
21 февралдә 2022 йылғы волейбол буйынса Донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһы башлана

Волейбол буйынса донъя чемпионатының 25-се командаһының - Чемпионаттың Волонтерҙар командаһының бер өлөшө булыу өсөн Чемпионат саралары башланыуға кандидатҡа 18 йәш тулған булырға тейеш, уға инглиз телен белергә һәм командала эшләй белергә кәрәк.

Волонтерҙарҙы чемпионатҡа әҙерләүҙең төп этабы - өйрәтеү, дөйөм ҡағиҙәләр буйынса белем биреү. Был 2022 йылдың июнь-июль айҙарында башлана. Ә функциональ һәм объектив уҡытыу - 2022 йылдың авгусында башлана. Ирекмән кандидаттары белем алғандан һуң ғына Чемпионатты уҙғарыу осоронда волонтер сифатында ҡатнаша ала. 

Чемпионаттың бөтә ирекмәндәре халыҡ-ара сараны ойоштороу буйынса татыу коллективта ҡатнашыу мөмкинлеген генә алып ҡалмайҙар, үҙҙәре өсөн тәжрибә лә туплап ҡалалар. 

Чемпионаттың Волонтерҙар командаһының бер өлөшө булыу өсөн 2022 йылдың 21 февраленән башлап Ойоштороу комитеты сайтының махсус бүлегендә ғариза ҡалдырырға кәрәк.

Сығанаҡ: FIVB 2022 ойоштороу комитеты. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: