Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2022, 11:40

Башҡортостан уҡсылары һынатмай

Тулыраҡ:

18 ғинуарҙан алып 22 ғинуарға тиклем Орел ҡалаһында Рәсәй кубогы һәм Рәсәй чемпионатын үтте.
Башҡортостан исемен яҡлап бөтәһе ете уҡсы ярышҡа барҙы:
1. Йәрмөхәмәтов Айнур (Баймаҡ районы);
2. Рахманғолов Ғәфүр (Баймаҡ районы);
3. Өмөтбаев Тимур (Баймаҡ районы);
4. Ишморатов Илдар (Бөрйән районы);
5. Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы);
6. Ишкилдина Нәйлә (Бөрйән районы);
7. Вәлеева Динә (Учалы районы).
Ярышта Бөрйән районынан Нәйлә Ишкилдина өсөнсө урынды яуланы.
Ғөмүмән алғанда, Башҡортостан командаһы үҙҙәрен бик яҡшы күрһәтте. Ошо һөҙөмтәләр башҡа башҡорт уҡсыларына дәрт, этәргес көс бирер һәм тағы яңы уҡсылар килеп сығыр тип ышанабыҙ. Теләйбеҙ уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр. Алда булған бөтә пландарығыҙ тормошҡа ашһын, тип хәбәр итә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрендәге диуарында.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: