Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Ғинуар 2022, 09:00

Кубок - "Атайсал"дарҙа!

-

Салауат Юлаев исемендәге паркта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы кубогында райондың дүрт командаһы ҡатнашты. Район хакимиәте, Иҫке Сибайҙан - “Атайсал”, Ниғәмәт, Беренсе Этҡол ауылдарынан спорт һөйөүселәр конькиға баҫты. Көндөң ҡар-буранлап тороуы ла уларҙы ҡурҡытманы. Киреһенсә, ярыш байрам төҫө алды.

Көсөргәнешле барған ярышта “Атайсал”дар иң күп мәрәй йыйҙы. Уларға райондың күсмә кубогы тапшырылды. Еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар һәм Грамота тапшырылды.

 

Кубок - "Атайсал"дарҙа!
Кубок - "Атайсал"дарҙа!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: