Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2022, 15:23

Райондың иң шәп спортсы ғаиләһе билдәләнде

-

"2022 - Яңы йылдың ғаилә уйындары" республика фестивале сиктәрендә Баймаҡта һайлап алыу туры үтте. Ул сәләмәт тормош алып барыу, ғаиләләрҙең ялын ойоштороу, ғаилә статусын күтәреү маҡсатында ойошторолған ине.

Ярышта үҙ зоналарында еңеү яулаған 14 ғаилә көс һынашты. Улар алдында мәғариф бүлеге начальнигы Ф.Р. Ирмәков сығыш яһаны. Командалар санала, тюбингта эйеп ярыштылар, хоккей ҙа уйнанылар. Бөтә ғаиләләр ҙә һынатмай, еңеү өсөн бар көстәрен һалды. Ярыштың һөҙөмтәһе буйынса Иҫке Сибайҙан Мәхмүтовтар ғаиләһе еңеү яуланы. 

 

 

Райондың иң шәп спортсы ғаиләһе билдәләнде
Райондың иң шәп спортсы ғаиләһе билдәләнде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: