Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ғинуар 2022, 16:36

Ниғәмәттәр хоккей уйнай

Ниғәмәт ауылы спортсылары хоккей уйнап ярышты.

Ниғәмәттәр хоккей уйнай
Ниғәмәттәр хоккей уйнай

Ҙур спорт байрамы ниғәмәттәр менән иҫке сибайҙарҙы осраштырҙы.

Иҫкҽ Сибай ауылының «Атайсал» хоккей командаһы Ниғәмәт ауылы хоккейсылары менән дуҫтарса осраштылар. Уйын бик ҡыҙыҡ һәм көсөргәнешле барҙы.

Олоһо ла, кесеһе лә булды был был мауыҡтырғыс сарала. Майҙанда көнө буйы күңелле музыка яңғырап торҙо. Уйынсыларға был музыка дәрт һәм ҡҽүәт өҫтәне.

Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары егеттәрҙе, килгән ҡунаҡтарҙы эҫе сәй һәм тәмле былау менән һыйланы.

Ә Даян Әүәлбаев тәмлекәстәр менән ярҙам итте. Ҡунаҡтар ҙа, сарала ҡатнашҡан бөтәһе лә ҡәнәғәтлек һәм яҡшы кәйеф менән таралыштылар.
Саф һауалағы уйындар тәнгә-сихәт, йәнгә-дауа икәнҽн онотмайыҡ!!!

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-199417590_1055

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: