Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Декабрь 2021, 14:05

Баймаҡ самбистары еңеү яулай

-

Әбйәлил районының Асҡар ауылында самбо ярышы уҙҙы. Унда республиканың төрлө төбәктәренән 10 команда ҡатнашты. Баймаҡтан тренер М.Юлдашевтың тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Үҙ кәүҙә ауырлыҡтарында Аслан Йәнтүрин, Сөләймән Баймөхәмәтов – беренсе, Айназ Минһажев, Хәсән Юлдашев, Лиана Ишбирҙина – икенсе, Ғайсар Ҡунаҡбаев, Мәликә Йәнтүрина өсөнсө урындарҙы яуланы. Баймаҡ командаһын ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ самбистары еңеү яулай
Баймаҡ самбистары еңеү яулай
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: