+15 °С
Дождь
Бөгөн баймаҡтарҙы тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға көтә ине. “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында тантаналы шарттарҙа райондың 15 мәктәбенә милли көрәште үҫтереү өсөн манекендар, келәмдәр һәм формалар тапшырылды. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры Азат Баҙранов һәм “Урал аръяғының йәмәғәт ойошмалары инициативалары союзы” ярҙам менән алынған.
Байрам сараһында БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.