Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июнь , 14:25

ҮЛӘНДӘР ЯРҘАМ ИТТЕ!

Ныҡ ябыҡ, һәр саҡ хәле булмаған апайҙың “тәнемдә теләһә ниндәй паразиттар күбәйгән тейҙер, ә дарыуҙары эффект бирмәй” тип уйламағанда зарланып китеүе ҡурҡыныс булып тойолғайны. Эйе, тәндәге теләһә ниндәй ҡорттар кешеләрҙе онкология сирҙәренә алып барып еткерә. Сөнки улар һалған йомортҡалар тәндәге төрлө органдарҙы серетә башлай һәм урынында шештәр барлыҡҡа килә. Пандемия ваҡытында ул апай бөтөнләй күренмәне. Ошо көндәрҙә күрһәм – бөтөнләй икенсе кеше! Тулыланған, йәшәреп киткән, күҙҙәр яна. “Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем!.."

Ныҡ ябыҡ, һәр саҡ хәле булмаған апайҙың “тәнемдә теләһә ниндәй паразиттар күбәйгән тейҙер, ә дарыуҙары эффект бирмәй” тип уйламағанда зарланып китеүе ҡурҡыныс булып тойолғайны. Эйе, тәндәге теләһә ниндәй ҡорттар кешеләрҙе онкология сирҙәренә алып барып еткерә. Сөнки улар һалған йомортҡалар тәндәге төрлө органдарҙы серетә башлай һәм урынында шеш барлыҡҡа килә. Пандемия ваҡытында ул апай бөтөнләй күренмәне. Ошо көндәрҙә күрһәм – бөтөнләй икенсе кеше. Тулыланған, йәшәреп киткән, күҙҙәр яна. “Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем! Халыҡ медицинаһы ысулын өйрәткәйнеләр. Ярты йыл тигәндә кеше булдым. Әле лә ваҡыты-ваҡыты менән профилактика өсөн эсәм”,-тине.

Шулай итеп, 50 г гөлбаҙран сәскәһен (пижма), 30 г әрем үләндәрен, 30 г ҡәнәфер бөртөктәрен термосҡа һалабыҙ. Уның өҫтөнә ҡайнап торған бер литр һыу ҡоябыҙ. 3-4 сәғәт тотабыҙ. Ошо төнәтмәне 2 аҙна иртәле-кисле 200 мл эсәбеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова