Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Июнь 2021, 10:30

БЫУЫНДАР ҺЫҘЛАУЫН ОНОТТОМ!

Быуындарҙың һыҙлауы кемде генә йонсотмай икән! Ауыртыуҙы баҫа торған дарыу ҙа алмай башлай бит уны! Быуындар һыҙлауы ололарҙа ғына түгел, ә йәштәрҙә лә күҙәтелә. Уйламағанда бер инәй бик яҡшы ысул өйрәтте. Шуны ҡулланып быуындар һыҙлауын бөтөнләй оноттом, Аллаға шөкөр. Элек карауаттан торғанда, аяҡҡа баҫа алмай яфалана инем. Таблеткаһыҙ атлап та китеп булмай ине. Хәҙер дарыуҙарҙы ла онота башланым. Был төнәтмә ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Аллаһы Тәғәләнең оло ҡөҙрәте инде был! Тик үтендә ташы булған, шәкәр диабеты булғандарға, ғөмүмән, бар кешегә лә тәүҙә терапевты менән кәңәшләшергә кәрәк...

Быуындарҙың һыҙлауы кемде генә йонсотмай икән! Ауыртыуҙы баҫа торған дарыу ҙа алмай башлай бит уны! Быуындар һыҙлауы ололарҙа ғына түгел, ә йәштәрҙә лә күҙәтелә. Уйламағанда бер инәй бик яҡшы ысул өйрәтте. Шуны ҡулланып быуындар һыҙлауын бөтөнләй оноттом, Аллаға шөкөр. Элек карауаттан торғанда, аяҡҡа баҫа алмай яфалана инем. Таблеткаһыҙ атлап та китеп булмай ине. Хәҙер дарыуҙарҙы ла онота башланым. Был төнәтмә ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Аллаһы Тәғәләнең оло ҡөҙрәте инде был! Тик үтендә ташы булған, шәкәр диабеты булғандарға, ғөмүмән, бар кешегә лә тәүҙә терапевты менән кәңәшләшергә кәрәк.

3 литрлыҡ банкаға 2 уртаса ҙурлыҡтағы сей сөгөлдөрҙө ҡабығынан әрсеп, шаҡмаҡлап турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнап һыуыған (бүлмә температураһындағы) һыу ҡоябыҙ. Артабан 1 сәй ҡалағы балды ярты стакан йылымыс һыуҙа болғатып, банкаға ҡоябыҙ. Өҫтөнә капрон ҡапҡасты ябабыҙ. Еткерә япмағыҙ, сите әҙерәк асыҡ ҡалһын. 5 көн һалҡын урында тотабыҙ (һыуытҡыста түгел! Һалҡыныраҡ бүлмәгеҙгә ҡуйып тороғоҙ). Өҫтөндәге күбеген алып, марля аша һөҙөгөҙ. Төнәтмәне көн дә ашар алдынан йә шунан һуң яртышар стакан 4 мәртәбә эсәбеҙ. 1 банканы эсеп бөткәс тә быуындар һыҙламай башлауын тойорға мөмкин. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: