Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
22 Июня 2021, 15:38
Билалдың һуғыш йылы балаларына...
таныҡлыҡтар тапшырылды.
22 июнь - тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға 80 йыл.
Билал ауылында һуғыштың шәфҡәтһеҙ ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиәрлек бар.
"Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында" закон ҡабул ителде. Билал ауылындағы 23 һуғыш йылы балаларына, ауыл депутаты Данис Иҫәнъюлов, ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Әминева, клуб мөдире Айгөл Сафина һәм китапханасы Райхана Булатова, йорттарында булып, уларҙың йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынды, таныҡлыҡ тапшырҙы. Именлек, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ һеҙгә, ололар!
Райхана Билалова.
Автор:
Лилия Такаева
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"