Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Июнь 2021, 09:00

Никахҡа ҡағылышлы башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Үҙегеҙгә алып ҡуйығыҙ, һәм кәләш алмаған ир-егеттәргә, һәм кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙарға, берәмләп әйтеп йөрөрһөгөҙ! Бәлки ярҙамы тейер!

Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.
Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр,
яман егет билгеһе – ҡатын алмаҫ, мал йыйыр.
Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла, иле булмаҫ.
Өйләнеү – көйләнеү.
Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк.
Донъя күрке – йәр менән.
Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә.
Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.
Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма.
Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер,
яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер.
Ишәк туйы – иллелә.
Менгән атың – аҡбуҙ, һөйгән йәрең – йәш ҡыҙ.
Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын ҡырҡ йыл йәшәгән.
Ҡыҙың булһа, ирҙә булһын, ирҙә булмаһа, гүрҙә булһын.
Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, үлгән кеше ер һайламаҫ.
Иртә өйләнгән – улынан-ҡыҙынан кинәнгән.
Атын алма, затын ал.
Ат алһаң – ауылың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән
кәңәшләш.
Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
Юрғаһына күрә дуғаһы.
Буйың етмәгәнгә үрелмә.
Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән
юғарыраҡтан ал.
Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр,
ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.
Ҡамышты үҙ күлеңдән ал, кәләште үҙ илеңдән (йәғни, үҙ
динеңдән, милләтеңдән) ал.
Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
Һөйгән йәр – һөйәгең елеге.
Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
Мөхәббәт таш ярҙырта.
Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.
Ғишыҡ тотҡан – күҙһеҙ.
Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай.
Алма үҙең һөйгәнде – алданырһың, ал үҙеңде һөйгәнде –
ҡыуанырһың.
Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә.
Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.
Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ.
Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын
һалыр.
Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
Ат алһаң арба кәрәк, ҡатын алһаң бары ла кәрәк.
Эшкә ашмаған ир – башыңа сир.
Ябағаны яуға менмә, ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма,
малы бар тип.
Бер бар – берәгәйле бар.
Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: