Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Июнь , 08:40

Күгиҙелдәр -

велосипедтарҙа!

Сәләмәтлек ул- хеҙмәт һәм хәрәкәт. Сәләмәтлек ул- гүзәллек. Ә гүзәлекте һаҡлау өсөн хеҙмәт менән хәрәкәтте берләштерер кәрәк. Тап шундай ниәт менән күгиҙелдәр, "Матурҡай" шишмәһенә велосипедтар менән, юл алдылар ҙа инде. Ауылға яҡын ғына, Ханҡала тауы итәгендә, ер аҫтынан урғылып ҡына сыҡҡан шишмә ул, Матурҡай. Моңло көй ыңғайына яй ғына аҡҡан шишмә, беҙҙең көс менән ҡыйҙан һәм таштарҙан таҙартылғас күңелле генә йырлап, дәртләнеп аҡты. Ә велосипед менән йөрөүҙе күптән заман техникаһына алыштырһаҡ та, бөгөн беҙ уның файҙаһын һәм кәрәклеген нығыраҡ төшөнгәнбеҙҙер.
Әлиә Дауытбаева.