Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Июнь 2021, 00:07

Бына был бүләк!

Иҫке Сибайҙарҙың шатлығы ҙур!

#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#ИҫкеСибаймәҙәниәтйорто#Сәләмәтлек һәм әүҙемоҙонғүмерлелекйылы#сәләмәтауыл
Ауылыбыҙҙа спортты үҫтереүгә күп көс һалына. Ауыл халҡы менән берлектә хоккей майҙансығы төҙөлөп, ҡыш көнө төрлө йәштәгеләр хоккей уйыны менән мауыҡһалар, бала-сағалар шахмат, шашка конкурсында әүҙем ҡатнашалар. Февраль айында БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы етәксеһе Иҙел Солтанов һәм башҡа рәсми шәхестәр булып, осрашыуҙың иң иҫтәлекле мәле, моғайын, спортсыларыбыҙға тапшырылған спорт кәрәк-яраҡтары булғандыр!
Ә инде бөгөн спортзал тағы ла тулыланды. Ошо көндәрҙә башҡалабыҙ Өфөлә 9 районға көрәшселәр өсөн коверға сертификат тапшырылды., уларҙың исемлеген дә беҙҙең дә ауыл хакимиәте бар ине
Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы-ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы, Волга буйы федераль округының Панкратион буйынса өс тапҡыр чемпионы, Гераклиада-2018 ҡатнашыусы, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы-ҡоролтай депутаты Ҡолһарина Г.Г. ярҙамсыһы Заһир Илдус улы Тулябаевтан саҡырыуы буйынса йәштәр исеменән Илнар Утарбаев барып көрәшселәр өсөн ковер (мат) алып ҡайтты. Әлбиттә бындай бүләкте ҡыуанып ҡабул иттек, бер ай элек штангалы булһаҡ, бөгөн 90кв.м коверға эйәбеҙ.
Спорт һөйөүселәр исеменән Заһир Илдус улы Тулябаевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Бындай ҙур бүләк ауылыбыҙҙа спортты популярлаштырыуға, көслө спорсылар үҫтерергә, халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ!
Резеда Утарбаева.
Читайте нас: