Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Июнь 2021, 09:29

Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух

Хәрәкәт ул сәләмәт йәшәү рәүешенең төп шарттарының береһе. Сәләмәтлек ул- хеҙмәт һәм хәрәкәт. Сәләмәтлек ул- гүзәллек. Ә гүзәлекте һаҡлау өсөн хеҙмәт менән хәрәкәтте берләштерер кәрәк. Тап шундай ниәт менән Күгиҙелдәр, "Матурҡай" шишмәһенә велосипедтар менән, юл алдылар ҙа инде.Ауылға яҡын ғына, Ханҡала тауы итәгендә, ер аҫтынан урғылып ҡына сыҡҡан шишмә ул, Матурҡай. Һыуы бигерәк тәмле, бер ваҡытта ла иҫкермәй, ҡыш та туңмай торған шишмәне, халыҡ һоҡланып, матур ҙа,матур тей торғастар, исеме лә "Матурҡай" булып ҡалған. Моңло көй ыңғайына яй ғына аҡҡан шишмә, беҙҙең көс менән ҡыйҙан һәм таштарҙан таҙартылғас күңелле генә йырлап, дәртләнеп аҡты. Ә велосипед менән йөрөүҙе күптән заман техникаһына алыштырһаҡ та, бөгөн беҙ уның файҙаһын һәм кәрәклеген нығыраҡ төшөнгәнбеҙҙер.Гүзәллекте тыуҙырыу һәм һаҡлау өсөн тик бер көн генә етмәйҙер. Ял итергә йөрөгән халыҡ шуны аңлап, үҙҙәренең артынан ҡый ҡалдырмаһалар ине.

Хәрәкәт ул сәләмәт йәшәү рәүешенең төп шарттарының береһе. Сәләмәтлек ул- хеҙмәт һәм хәрәкәт. Сәләмәтлек ул- гүзәллек. Ә гүзәлекте һаҡлау өсөн хеҙмәт менән хәрәкәтте берләштерер кәрәк. Тап шундай ниәт менән Күгиҙелдәр, "Матурҡай" шишмәһенә велосипедтар менән, юл алдылар ҙа инде.
Ауылға яҡын ғына, Ханҡала тауы итәгендә, ер аҫтынан урғылып ҡына сыҡҡан шишмә ул, Матурҡай. Һыуы бигерәк тәмле, бер ваҡытта ла иҫкермәй, ҡыш та туңмай торған шишмәне, халыҡ һоҡланып, матур ҙа,матур тей торғастар, исеме лә "Матурҡай" булып ҡалған. Моңло көй ыңғайына яй ғына аҡҡан шишмә, беҙҙең көс менән ҡыйҙан һәм таштарҙан таҙартылғас күңелле генә йырлап, дәртләнеп аҡты. Ә велосипед менән йөрөүҙе күптән заман техникаһына алыштырһаҡ та, бөгөн беҙ уның файҙаһын һәм кәрәклеген нығыраҡ төшөнгәнбеҙҙер.
Гүзәллекте тыуҙырыу һәм һаҡлау өсөн тик бер көн генә етмәйҙер. Ял итергә йөрөгән халыҡ шуны аңлап, үҙҙәренең артынан ҡый ҡалдырмаһалар ине.
Читайте нас: