Һаҡмар
+33 °С
Ясно
Антитеррор
Спорт
31 Мая 2021, 09:10
31 май – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө
-
Тартыу-тартмау һәр кемдең үҙенә бәйле. Теләмәгән кешене берәү ҙә көсләп тарттырмай.Әммә тәмәкенең һаулыҡҡа зыянлы икәнен һәр кем белергә тейеш.
Шуныһы үкенес, был насар ғәҙәткә уҡыусылар, үҫмерҙәр өйрәнеүе күңелде ҡыра. Быуыны ла нығынып етмәгән баланың организмы нескә, ағыуға тиҙ бирешеүсән. Тәмәке төтөнө составында 30 төрлө ағыулы матдә бар, ти белгестәр: тартҡан үҫмерҙең көйрәтмәгәненә ҡарағанда, хәтер ныҡлығы – 5, ятлау һәләте – 4,5, иҫәпләү һәләте 5,5 процентҡа кәмерәк, 50 проценты насар уҡый. Һәр сигарет 15 минутлыҡ ғүмерҙе ҡыҫҡарта. Көнөнә биште тартһаң, эшкә 40 процент һәләтлегеңде юғалтаһың, тигән һүҙ. Шулай булғас, тәмәке нисек инде организмға зыян һалмаһын да, ғүмерҙе ҡыҫҡартмаһын, ти! Әйтергә генә анһат: уны көйрәтеү һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә йыл һайын – 300 мең, ә донъяла 6 миллион кеше яҡты донъя менән хушлаша. Ана шул халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында ҡайғыртыу йөҙөнән 1988 йылда Халыҡ-ара тәмәкеһеҙ бер көн иғлан иткәндәр ҙә инде.
Фото:
culture.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"