Һаҡмар
+1 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Спорт
26 Мая 2021, 14:42
Беҙ ярышҡа әҙер! Ә һеҙ?
Ярышҡа һеҙҙе көтәбеҙ!
#БаймаҡрайоныИшей
#УҡсыларБәйгеһе#Ирҙәрҡоро
Ишей ауылы республика кимәлендәге асыҡ "Мәргән уҡсы 2021" бәйгеһенә ең һыҙғанып әҙерләнә. Ярыш үтә торған урынды бына нисәмә көн инде ир-егеттәр таҙалайҙар, тигеҙләйҙәр, иҫке ҡоймаларҙы алалар. Ҡатын-ҡыҙҙар буяйҙар, йәмләндерәләр, ағинәйҙәр мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнәләр. Шулай итеп гөрләп тора Ишей ауылы.
Әйтеп үтергә кәрәк, иң күп көс үҙебеҙҙең ауыл егете, оҫта мәргән, Рәсәй кимәлендәге уҡтан атыу ярыштарының еңеүсеһе Йәрмөхәмәтов Айнурға, ауыл старостаһы Абдрахманов Илдус Юлай улына (техникаһы, эшселәре менән дә көн һайын шундалар), ир-егеттәр ҡоро рәйесе Зафаргалин Замир Зиннур улына төшә. Өмәселәрҙе Илүзә Булатовна менән Фәриҙә Ильясовна хатта ашатып торалар. Мәктәптә эшләп йөрөүсе ҡыҙҙар ҙа шунда, ғөмүмән ауылыбыҙға битараф ҡарамаған һәр кем өлөш индерергә тырышып тора, бәйгеселәргә бөтә уңайлы шарттар булдырыла.
Ишей - сәләмәт ауыл призына үткәреләсәк "Мәргән уҡсы 2021" бәйгеһе 29-сы май шәмбе көнө сәғәт 12 лә башлана, ярыш этаптары бик мауыҡтырғыс, килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ, Ишейҙең саф һауаһын һулап, шифалы һыуын эсеп, күтәренке рух алып ҡайтығыҙ, сөнки уҡтан атыу - ул уйын түгел, ә милләтте тәрбиәләү, башҡорттарҙың шөғөлөн киләсәк быуынға еткереү.
Венера Ҡасҡынова.
Ишей ауылы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"