Өфөлә кубоктар лигаһының башҡорт КВН уйындары үтте. Унда беренсе тапҡыр Баймаҡ командаһы ла ҡатнашты. "Томбойоҡ" командаһында Ишей егеттәре Илһам Абдрахманов, Иҙел Ҡасҡынов һәм Шулкә ауылы һылыуы Нәркәс Ҡангилдина уйнаны. Беҙҙең команда бындай уйында тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтте һәм райондар кубогының "Иң яҡшы шаяртыу" номинацияһында билдәләнде. Афарин, баймаҡтар!