Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2021, 15:33

Милли кейем кейҙеләр, яндан уҡ аттылар

Беренсе Этҡол ауылында үткәрелгән милли яндан уҡ атыусылар конкурсында ла тап “Ирәндек уҡсылары” берекмәһе ағзалары көс һынашты ла инде. Был көн ҡырҡлап уҡсы йыйылды. Уларҙың 30-ы – “йәйәүле уҡсы”, 10-ы “һыбайлы уҡсы” булып сыҡты. Спортсыларҙың иң йәшенә 7 йәш булһа, иң олоһо 60-тан өлкәнерәк йәш булып сыҡты. Йәнә уҡсыларҙың боронғо милли кейемдә (сәхнәләге кеүек түгел!) булыуҙары сараға айырым биҙәк өҫтәне.

Яндан уҡ атыу – башҡорт халҡына тәбиғәттән һалынған һыҙаттарҙың береһе. Борон замандан әлегәсә был милли спорт төрө һаҡланып ҡалыуы быға ишара булып тора. Районыбыҙҙың бер йыл тирәһе эшләп килгән “Ирәндек уҡсылары” берекмәһендә шөғөлләнгән ҡыҙҙар-егеттәр хәҙер инде республика, төбәк конкурстарында тәүге урындарҙы яулай.

Беренсе Этҡол ауылында үткәрелгән милли яндан уҡ атыусылар конкурсында ла тап “Ирәндек гәүһәрҙәре” берекмәһе ағзалары көс һынашты ла инде. Был көн ҡырҡлап уҡсы йыйылды. Уларҙың 30-ы – “йәйәүле уҡсы”, 10-ы “һыбайлы уҡсы” булып сыҡты. Спортсыларҙың иң йәшенә 7 йәш булһа, иң олоһо 60-тан өлкәнерәк йәш булып сыҡты. Йәнә уҡсыларҙың боронғо милли кейемдә (сәхнәләге кеүек түгел!) булыуҙары сараға айырым биҙәк өҫтәне.

Бына ярыш башланып та китте. Башта майҙанға йәйәүле уҡсылар сыҡты. Шулай итеп, 12 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында барған көсөргәнешле бәйгелә 1-се урынды Баймаҡтан Ислам Бүләкбаев менән Ниғәмәттән Ынйыгөл Мәжитова алды. 2-се урынға Беренсе Этҡолдан Илһам Һунарғолов менән Ғүмәрҙән Диниә Заманова сыҡты. 3-сө урынды Беренсе Этҡолдан Искәндәр Һунарғолов менән Баймаҡтан Ғәлиә Рахманғолова бүлеште.

Үҫмерҙәр араһында 1-се урын Икенсе Этҡолдан Ирхан Ғүмәров, 2-се урынды Байымдан Азамат Вәлитов, 3-сө урынды Ниғәмәттән Ғәзинур Мәжитов алды.

18 йәштән өлкәндәр араһында 1-се урынды Баймаҡтан Сәлимә Рахманғолова менән Әхмәрҙән Тимур Өмөтбаев, 2-се урынды Үрге Яйыҡбайҙан Лилиә Сирбаева менән Ниғәмәттән Илшат Ғатауллин, 3-сө урынды Ҡараталдан Алһыу Күсәрбаева менән Сибайҙан Динислам Сайфуллин бүлеште.

Һыбайлы килеш уҡтан атыу – үҙе үк таһыллыҡты, оҫталыҡты талап итә. Был төрҙә 1-се урынды Ғәҙелбайҙан Рәсих Йортбәков алды. 2-се урынды Баймаҡтан Илдус Ибраһимов яуланы. 3-сө урын Ғәҙелбайҙан Рәхимйән Иҫәнғолов менән Байымдан Әхиәр Вәлитовҡа бирелде.

Ә бына “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында Үрге Яйыҡбайҙан Гөлгенә Ҡолһарина еңеп сыҡты.

Ниндәй генә сара үтмәһен, уның артында һәр саҡ ойоштороусы, бағымсы, музыкаль яҡтан биҙәүсе, хатта ашнаҡсылары ла була. Был ярышты ойоштороуҙа Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Юлдаш Раев, “Ирәндек уҡсылары” берекмәһе ағзаһы, Беренсе Этҡол мәктәбе физкультура уҡытыусыһы Рәсих Йортбәков һәм райондың спорт комитеты күп көс түкте. Бағымсылар булып шәхси эшҡыуарҙар Гөлнара Байрамғолова, Илдус Ибраһимов, Рәүеф Ҡасҡынов һәм Юныс Раев сығыш яһаны.

Ошондай уҡ ярыштар киләсәктә лә дауам итәсәк. Тап шул ваҡытта яңынан-яңы спортсыларҙың исемдәре асылыр, тип ышанайыҡ.

Читайте нас